Александр Лынник Рәсәй парашютсылары командаһында тарихта беренсе тапҡыр 10 мең метр бейеклектә стратосферанан төньяҡ ярымшарға төшә. Апрелдә ҡуйыласаҡ рекордҡа улар ентекле әҙерләнә. Һикергән көндө боҙ икегә ярыла, стратонавтарҙың ергә ултырыу майҙаны ла ике тапҡыр кәмей. Һикереүҙә летчик-космонавт Михаил Корниенко, йыһан һәм стратосфера техникаһы инженеры Денис Ефремов ҡатнаша. Самолет экипажының оҫталығы арҡаһында һикереү планға ярашлы үтәлә Стратонавтар ергә бер-береһенән 50 метр алыҫлыҡта төшә. Уларҙы Барнео боҙ станцияһы ҡотопсолары ҡаршылай. 64 йәшлек инженер-техник, летчик-инструктор, парашютсы, альпинист, радио алып барыусы, музыкант, бард хеҙмәт ҡаҙаныштары исемлегенә донъя рекордын да өҫтәне






