Хәҙер төбәктә улар иҫәбе 12-гә етте. Биналарҙың барыһы ла кәрәкле, беренсе медицина ярҙамы ҡоролмалары менән йыһазландырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Розалиә Зәйнәшева медицина тармағында 1988 йылдан эшләй. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлаған фельдшер бер нисә йыл эшләгәндән һуң күрше Ҡарағай ауылына күсерелә. Уға оҙаҡ йылдар халыҡты иҫке йорт бинаһында ла, мәктәп бүлмәһендә лә хеҙмәтләндерергә тура килгән. Ниһайәт, шарттар быйыл үҙгәргән. Айырым модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылған.
Шуға ҡарамаҫтан, оло быуын вәкилдәре етерлек. Бурлы ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ғына ике ауыл ҡарай. Модулле медицина учреждениеһын Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Альбина Ғүмәрова етәкләй.
Исмәгөл Садиҡова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 34 йылдан ашыу. Салауат медицина училищеһын тамамлаған дипломлы белгес Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында акушерка булып эш башлай. Артабан «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенә, оҙаҡ та үтмәй Ибраһим ауылы ФАП-ына эшкә күсерелә.. Исмәгөл Шәһит ҡыҙы ике бала әсәһе, кинйә ҡыҙы Наҙгөл дә медицина юлын һайлап, Өфө дауаханаларҙың береһендә «Ашығыс ярҙам» фельдшеры булып эшләй.
Был яңылыҡ бигерәк тә ауылдаштар өсөн мөһим. Сөнки улар ауыл ерендә ябай медицина ярҙамын алып ҡына ҡалмай, диспансер тикшереүгә тиклем үтә ала. Халыҡҡа район үҙәгенә барып йөрөйһө түгел.
Азат Ғәлиуллин



