Бының өсөн Мәҙәниәт йортонда махсус майҙансыҡ ойошторолған. Эш ҡатмарлы булмаһа ла, ваҡыт һәм көс талап ителә, ти ирекмәндәр. Шулай уҡ бында зип-пакеттарға йыуыныу кәрәк-яраҡтары тултырыла, паракордтан беләҙектәр бәйләй, изге эшкә ауыл халҡы ла ҡушылған. Яҡын арала Кушнаренко районы башлығы һалдаттарға гуманитар ярҙам алып барасаҡ. Яугирҙар өсөн шәхси посылкаларға башҡорт балы ла һалына.






