Владимир Якушев менән Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев менән Радий Хәбиров баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге йәмәғәт киңлектәрендә булды.
Совет майҙанында улар Ватанды һаҡлаусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Радий Хәбиров Владимир Якушевты 2022 йылдың 11 октябрендә асылған монументтың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы. Скульптура композицияһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәм ил өсөн ғүмерен биргән барлыҡ ватандаштарға арналыуын һөйләне.






