Владимир Якушев «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашты

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев менән Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашты.

Йыйылышта һүҙ сентябрҙәге һайлау һәм партия алдындағы бурыстар тураһында барҙы. Владимир Якушев Башҡортостанда сәйәси кампанияның һәр ваҡыт ғәҙел үтеүен, был тәңгәлдә ойоштороусыларҙың лайыҡлы эшен билдәләне, һорауҙарға яуап бирҙе.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ