Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәшғүллек үҙәге аша бушлай ҡайтанан уҡый йәки квалификацияһын күтәрә ала. Бының өсөн уларға 50 мең һумға тиклем номиналдағы сертификаттар бирелә. Махсус операцияның элекке ҡатнашыусыһы Андрей Татаринов мөмкинлек менән бер нисә тапҡыр файҙаланған. Ул өҫтәмә һөнәри белем алыуҙы тамамлау тураһында ике сертификатҡа эйә булып эшкә урынлашҡан. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Андрей Татаринов Ватан һағына баҫырға теләүселәр менән аралаша. Ул үҙе махсус операцияла ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡас, Өфө аграр университетында белем алған. Өҫтәмә белеме нигеҙендә Благовещен районы хакимиәтендә эш башлаған. Унда ул яугирҙарға, уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай консультациялар бирә.
Былтыр Андрей Татаринов тракторсы-машинист йүнәлеше буйынса квалификацияһын күтәреү тураһында ла сертификат алған. Үҙе алғы һыҙыҡҡа барып һәм яугирҙарға гуманитар ярҙам ташыу өсөн С категорияһына уҡыған.
Ҡатыны Людмила Татаринова ла яңы һөнәр үҙләштергән. Ул малдарҙы ветеринар эшкәртеү операторы һөнәрен һайлаған. Сертификат алғандан һуң, ихата алдындағы ҡош-ҡортоноң һаулығын шәхсән үҙе күҙәтә ала.
2024 йылда республикала 300-ҙән ашыу кеше бушлай белем алыу мөмкинлеген файҙаланған, улар - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 51 кеше һәм уларҙың ғаилә ағзалары. Эшҡыуарлыҡ һәм бизнесты -планлаштырыу, һаҡсы, төрлө категориялағы водителдәр, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре, бухгалтер, икмәк бешереүселәр ин популяр һөнәрҙәр иҫәбендә. Программаға быйыл да тыңлаусыларҙы күпләп йәлеп итеү күҙаллана.
Уҡыу сертификаттарын Өфөнөң юғары уҡыу йорттарында йәки квалификацияны күтәреү, ҡайтанан һөнәри әҙерлек йәки һөнәри белем биреү өсөн ҡулланырға мөмкин. Уҡытыу көндөҙ, ситтән тороп, киске ваҡытта, шулай уҡ төркөмдә йәки шәхси уҡыу ысулдары буйынса алып барыла. Ғаризаны мәшғүллек үҙәктәрендә йәки «Дәүләт хеҙмәттәре»порталы аша тапшырырға мөмкин. Һәр йома мәшғүллек үҙәге белгестәре «Ватанды һаҡлаусылар» фондында ҡабул итеүҙәр ҙә ойоштора.
Гүзәл Борханова






