Яугирҙар тураһында музыкаль клип төшөргөн яҡташыбыҙ көрәшеүселәр сафына баҫҡан

Йыр йәшәргә һәм еңергә ярҙам итә. Махсус хәрби операция яугирҙары тураһында музыкаль клип төшөргөн яҡташыбыҙ үҙе лә ҡулына ҡорал алып, ил азатлығы өсөн көрәшеүселәр сафына баҫҡан.

Ҡыйыу аҙымын «Певец» ҡушаматлы яугир берҙән-бер дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләй. Ул әйтеүенсә, яуҙа Башҡортостан егеттәре берҙәмлеге менән айырылып тора. Улар тыуған ерҙән алыҫта ла республика ярҙамын тойоп хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион 200 мең һумға тиклем артты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ил Президенты Владимир Путин 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өҫтәүенә, 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды.

Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәк офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты телефон һандары 248-29-31. Өфө коды 347.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ