Грант ярҙамында «Беренселәр» хәрәкәте ойошторған программала балаларға башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары тураһында һөйләнеләр, милли аш-һыу тәмләттеләр. Малайҙар мәргәнлектә көс һанашты.
Луганск халыҡ республикаһы балалары Иглин ауылында Виктор Бесценный исемендәге 11-се мәктәптә лә булды, мәктәптең ижади коллективтарының сығышын ҡараны. Обелискта Советтар Союзы Геройына сәскә һалыуҙа ҡатнашты.






