Өфөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Курск өлкәһе халҡына 130-сы гуманитар ылау оҙатылды. Автомобилдәр, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары, медицина кәрәк-яраҡтары, посылкалар ебәрелде. Ярҙам йыйыуҙа йәмәғәт ойошмалары, 20-нән ашыу район һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Йөк 44 машина менән алып барыла. Бындай эште артабан да дауам итәбеҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.







