Миҙгел алды турнирында Өфө, Череповец, Түбәнге Кама, Магнитогорск һәм Екатеринбург командалары ҡатнаша. Уйындар "Өфө-Арена"ла үтә. Бөгөн "Салауат Юлаев" "Северсталь" менән көс һынаша. Осрашыу сәғәт етелә башлана. Уҙған йылда Кубокты юлаевсылар яуланы.




