ДОСААФтың төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхмәтов белдереүенсә, мөрәжәғәттәр күп килә. Һаулыҡ мөмкинлектәре, йәш сикләүе арҡаһында махсус хәрби операцияла ҡатнаша алмаған ирекмәндәр Еңеүгә өлөш индерә, улар аңлатыу эштәре алып бара, республика буйлап йөрөй, контракт хеҙмәт тураһында мәғлүмәттәр бирә. Проектҡ а ярашлы, контракт төҙөргә ярҙам иткән волонтерҙарға 50 мең һум түләнә. Акцияла ҡатнашыу өсөн ДОСААФтың яҡындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ 112, 218-19-19 һандарына шылтыратып белешергә мөмкин.







