Башҡортостанға Санкт-Петербург ҡалаһынан махсус экспедиция килде

Башҡорт һәм мари халыҡтарының күңел торошон тикшереү маҡсатында Башҡортостанға Санкт-Петербург ҡалаһынан махсус экспедиция килде. Борис Карвасарский исемендәге психотерапия һәм медицина психологияһы институты белгестәре ике халыҡтың фольклоры, аш-һыуҙары менән яҡындан танышты. Ғафури районында үткән сара хаҡында киләһе яҙмала.

Сәхнәлә Ғафури районы данын күтәргән «Асанай» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле. Төбәк фольклоры менән улар бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән ғилми экспедиция ағзаларын да таныштырҙы.

Ошо рәүешле улар теге, йәки был халыҡтың күңел торошона баһа бирҙе. Белгестәр башҡорттарҙың киң яҡлы фольклоры аша тотош йәшәйешен анализланы. Сөнки, йырҙарында ла аҫаба халыҡтың шанлы тарихы яралған. Шулай уҡ милли музыка ҡоралдарын эшләгән оҫталар менән бергә, тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге менән танышыу төп маҡсаттарҙың береһе ине.

Экспедиция ағзалары шулай уҡ ҡорбан ашында ҡатнашты. Сәйетбаба ауылы мәсетендә үткән сарала улар башҡорт аш-һыуын әҙерләү процессын ҡараны. Ҡунаҡтарҙы айырыуса төп милли ризыҡтарҙың береһе ҡорот ҡыҙыҡһындырҙы. Ә инде фәнни хеҙмәттәр ноябрҙә илдең төньяҡ баш ҡалаһында үтәсәк ғилми-конференцияла тәҡдим ителә. Артабан уларҙы айырым йыйынтыҡ итеп нәшер итеү күҙаллана

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ