Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған күсмә күргәҙмә асылды

Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған күсмә күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә башҡорт һыбайлыларының хәрби ҡаҙаныштары, генералдың ҡаһарманлығы хаҡында бәйән ителә.Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеме шиғыр-йырҙарҙа данлана, уның тураһында китаптар яҙылған, спектаклдәр ҡуйылған, фильмдар төшөрөлгән. Экспозициялағы һынлы сәнғәт панноларында генерал-майор Шайморатовтың тормошо, хәрби эшмәкәрлеге, уның етәкселегендә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуы һәм хәрби алыштар тарихы, 1943 йылдың февралендә Дебальцев рейдының героик ваҡиғалары, күренекле хәрби етәксе наградалары, уның тураһында халыҡ һәм яуҙаштары иҫтәлеге күрһәтелгән. Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә концерт та ойошторолдо.

Шайморатовтың рухы бөгөнгө ваҡиға өсөн шаттыр тип уйлайым. Генерал илебеҙҙе фашистарҙан азат итеп яу яланында башын һалды. Уның батырлығы бөгөн Тыуған илде нацистарҙан һаҡлаған Рәсәй һалдаттарын Еңеүгә илһамландыра.

Марат Ғәҙелшин, Рәсәй ҡораллы көстәренең отставкалағы подполковнигы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың туғаны

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡатындары менән осрашыу үтте. Сара «Ватан һаҡсылары» фонды тарафынан хәрби бурыстарын үтәгән һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо..Осрашыу сәй өҫтәле янында дуҫтарса йылы шарттарҙа үтте. Яугирҙар иҫәнлегенә Баязит хәҙрәт доғалар бағышланы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ