«Мең ырыуы Турахан ерлегендә». Шишмә районында күсмә цивилизациялар музейы «Турахан» визит үҙәгендә мең ырыуы вәкилдәре йыйыны уҙҙы. Мең ырыуы кәңәшселәр ҡоро ағзалары, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө райондары делегациялары ҡатнашлығындағы сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Меңлеләр йыйыны аҙандан башланды. Тирә-яҡты нурға күмгән аҙан Күсем ауылы имам-хатибы Әхмәт Кәримов башҡарыуында яңғыраны. Дин әһеленең доғалары Шишмә ерендә һуңғы төйәген тапҡан Турахан һәм ете быуын әрүәхтарға бағышланды. Артабан илебеҙ ҡеүәтенә һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙарға изге теләктәр әйтелде.
Меңлеләр йыйыны Дим буйын төйәк иткән халыҡ тормошон һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған фольклор ансамблдәре сығыштарына үрелеп барҙы. Халыҡты берләштергән мәҙәни саралар йыл һайын үткәрелеп тора. Радий Хәбиров күп тапҡырҙар үҙ еребеҙҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешлегебеҙҙе билдәләне. Балаларыбыҙ, артабанғы быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу, ата-бабалар тапшырған йолаларға,ғөрөф-ғәҙәттәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсаты тора. Әммә йәштәрҙе тыуған телгә өйрәтеү мәсьәләһе лә көнүҙәк.
Мең ырыуы йыйынына билдәле ғалимдар ҙа саҡырылғайны. Мәҙәни сарала әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды. Меңлеләр йыйыны ағзалары артабан да ҡан-ҡәрҙәштәрен халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, милләт-ара татыулыҡ, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау өлкәһендә ең һыҙғанып эшләргә саҡырҙы.
Гүзәл Борханова






