Август айын дуҫтар менән. Әҙәби кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте. Өфөлә билдәле яҙыусы Динә Гаврилова - Надежда Григоренко уҡыусылары менән осрашты. Был юлы Динә Гаврилова китап уҡыусылар иғтибарына «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» тигән яңы әҫәрен тәҡдим итте.
Динә Гаврилова Башҡортостан сыуаштарына арналған романдары, тиҫтәләрсә повесть-хикәйәләре, шул иҫәптән сатирик әҫәрҙәре менән билдәле. «Пуся Югорская һәм уның дуҫтары» тигән яңы әҫәрендә автор «Пуся» ҡушаматлы бесәй образы тормош мәғәнәһе, заман проблемаларын тураһында уйланыуҙарын асып бирә. Тәү ҡарашта аллегорик хикәйәт тип ҡабул ителгән повесть автобиографик әҫәргә әйләнә.
Осрашыуҙа Динә Гаврилова әҙәби бәйләнештәр һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн Милли китапхананың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Яҙыусының әҙәби бәйләнештәре ысынлап та күп яҡлы. Башҡортостан сыуаштарына арналған дилогияһының беренсе өлөшө Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә һәм матбуғатта ла донъя күрҙе. Башҡортсаға Дамир Шәрәфетдинов тәржемә иткән романды «Ағиҙел» журналы уҡыусылары ла яратып ҡабул иткән.
Әҙәби осрашыуҙа Динә Гаврилова ижади пландары менән дә уртаҡлашты. Яҙыусы бер юлы тиҫтәләгән ҡулъяҙма өҫтөндә эшләй һәм уларҙың һәр ҡайһыһын тамамлап ҡуйырға хыяллана. Әлбиттә, төп эше - Кесе Мәнәүез ауылында йәшәгән яҡташтарына арналған роман-эпопеяһының өсөнсө томын тамамлау. Яңы әҫәрҙә һүҙ уҙған быуаттың 70-се йылдарындағы ваҡиғалар тирәләй барасаҡ. Журналист һәм әҙәби тәнҡитсе Галина Ефремова әйтеүенсә, Динә Гаврилованың әҫәрҙәре гаджеттарҙан айырыла алмаған замандаштарыбыҙ өсөн антидепрессант, йәғни күңел дауаһы була ала.
Әҙәби осрашыуҙа сыуаш телендә шиғырҙар һәм йыр-моң да яңғыраны. Динә Гаврилованың тормошҡа ғашиҡ геройҙары кеүек үк, ҡан-ҡәрҙәштәр бәхет серенең байлыҡ-ниғмәттәрҙә түгел, күберәге рухи теүәллек һәм именлектә булыуын иҫбатланы.
Гөлдәриә Йосопова



