Бөгөн Стәрлетамаҡта «Росавтодор» федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән Радий Хәбиров Башҡортостанда федераль автомобиль юлдарын үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Стәрлетамаҡ эргәһендә Өфө-Ырымбур автомобиль юлын капиталь төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Ҡаланы урап үткән 24 саҡрым юлды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтәләр.
Өфө-Ырымбур трассаһын төҙөкләндереү проектын республика етәкселеге ике йыл элек әҙерләне. Капиталь ремонт сираттағы күләмле юл объекты буласаҡ.
Әле участок көсөргәнешле режимда эшләй. Нормаға ярашлы, был юлдан тәүлегенә 14 мең машина үтә алһа, ысынбарлыҡта был күрһәткес 3 меңгә күберәк. Шуға күрә урындағы халыҡ был юлдың киңәйтелеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ҡуйылған йыллыҡ планды 6 ай алдан үтәгән. Был турала «Росавтодор» Федераль юл агентлығы директоры Роман Новиков белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан юлдарҙың сифаты буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы төбәк тип танылғайны. Иң тәүге өсәү исемлегендә Башҡортостан Татарстан һәм Пермь крайын уҙған.



