Красноусол шифаханаһы асылыуға бер быуат! 1924 йылда БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау Халыҡ Комиссариаты Красноусолдың минераль сығанаҡтары янында бер-нисә ағас йорт төҙөтә. Тәбиғәт шифаһынан дауа алырға килеүселәрҙе бер табип ҡабул итә башлай. 1944 йылда тәжрибә бальнеология станцияһы шифаханаға әйләндерелә. Ул ваҡытта йөҙ койка менән асылған дауалау учреждениеһы 100 йыллығын билдәләй.
Радий Хәбиров бөгөн Ғафури районында Красноусол шифаханаһының юбилей тантанаһында ҡатнашты. Һуңғы ике йылда дауалау учреждениеһы модернизация осорон кисерә. Корпустар йылы коридорҙар менән тоташтырасаҡ. Койкалар урыны күбәйтелә, ял итеүселәрҙең ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн шарттар булдырыла. Юбилей сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Шифахананың спорт майҙаны янында ултыртылған ҡарағайҙар бындағы былай ҙа саф, шифалы һауаны кислород менән байытасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Красноусол» шифаханаһының бер быуатлыҡ юбилейы хөрмәтенә яңы аллеяға нигеҙ һалып, исемле ҡарағай ултыртты.
Төбәк етәксеһе корпустарҙы реконструкциялау барышы һәм биләмәне төҙөкләндереү менән танышты. Шифаханала һуңғы ике йылдағы ыңғай үҙгәрештәр тураһында тиҫтәләгән гектарлыҡ биләмәнең һәр мөйөшөндә балҡып ултырған сәскәләр ҙә һөйләй кеүек.
200-ҙән ашыу спа-процедура тәҡдим ителә. Дүрт төр минераль һыу, балсыҡлы дауалау ләмдәре менән тире, аш һеңдереү һәм тын алыу юлдарын, һөйәк-мускул, репродуктив һәм нервы системалары сирҙәре менән яфаланған пациенттар һаулығын нығыта.
Урология һәм колопроктология бүлеге, 120 урынлыҡ кафе-ашхана, 1,5 саҡырым оҙонлоҡтағы саңғы-роллер трассаһы төҙөлөшө дауам итә.
Капиталь ремонттан һуң бишенсе корпуста уңайлы шарттар булдырылған. Бынан тыш, административ бинаны реконструкциялау тамамлана.
Һуңғы ике йылда дауалау-диагностика һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары асылған, туҡланыу комплексы сертификацияланған, табиптар штаты киңәйтелгән. Өҫтәмә 22 төр диагностик тикшеренеүҙәр һәм физиотерапия хеҙмәттәре индерелгән, ашхана капиталь ремонтланған.
Башҡортостанды донъяла шифаханалар төбәге булараҡ та белергә тейештәр, был тармаҡты үҫтереү беҙҙең бурыс тиелде , тантаналы йыйылышта. Был системаны үҫтереүгә күп йылдар көс һалған аҡ халатлыларҙың эше төрлө наградалар менән баһаланды. Сәләмәтлек һағында тороусы учреждение хеҙмәт династиялары менән дә көслө.
Республика шифаханалары Башҡортостан милкендә, беҙҙең бөтә шифаханалар ҙа табышлы. Уларҙың үҙ инвестиция программалары бар һәм улар үҫешә. Бер яҡтан, социаль бурыстар үтәлә, шул уҡ ваҡытта курорттарыбыҙ иҡтисадыбыҙҙың мөһим өлөшө булып тора, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Рәмилә Исмәғилева



