Яҡташтарға гуманитар ярҙам. Махсус хәрби операция башланыу менән Хәйбулла районы халҡы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә әүҙем ҡушылған. Аҙна башында тылдағылар берләшеп Донбасҡа сираттағы гуманитар ярҙам ебәрҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡумталарҙа беҙҙең яугирҙар өсөн тормош-көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хәстәрләнгән.. Улар барыһы ла илебеҙҙе һаҡлаусы ир-уҙамандарға тәрән һөйөү һәм хөрмәт менән йыйылған. Адреслы посылкалар хәрбиҙәрҙең ғаиләләренән, ата-әсәләренән тупланған.
Алғы һыҙыҡҡа хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, инструменттар, приборҙар ебәрелә. Улар барыһы ла яугирҙарҙың заявкалары буйынса тулланған.Бынан тыш махсус хәрби операция биләмәһенә 2 автомобиль һәм күсмә мунса ла оҙатыла.
Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү теләге хәйбуллаларҙы татыу командаға берләштергән. Был өлкәлә ирекмәндәр хәрәкәте, райондың әүҙем кешеләре ҙур эш алып бара. Шәхси эшҡыуар Рөстәм Усеинов яугирҙарға «Лада Приора»автомобилен ебәрә.
Яҡындарының изге теләктәре, йылы һүҙҙәре яу яланындағы ир-уҙамандарға рухи көс бирә, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Гуманитар ярҙам күрһәтеп, һәр кемебеҙ изге эшкә ҙур өлөш индерә һәм Еңеүҙе яҡынайта.
Гүзәл Борханова






