Өсөнсөгә уҙғарылған сара йәнә ат спортын һөйөүселәрҙе, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе, ғалимдарҙы, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән бизнес вәкилдәрен осраштырҙы. Фестивалдең тәүге көнөндәге эшлекле программа һәм спорт ярыштары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Костанай ҡалаһы һыбайлылары тәүге минуттарҙан уҡ Башҡортостан йыйылма командаһына ҡаршылыҡ күрһәтте. Беренсе этапта уҡ иҫәп өскә ноль. «Ылаҡ» уйыны ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡаршы яҡтың ҡаҙанына кәзә түшкәһе муляжын ырғытырға кәрәк, уның ауырлығы 35 кг. Ошоно иҫәпкә алып та уйындың ни тиклем көсөргәнешле булыуын төҫмөрләргә мөмкин. Ҡаҙаҡтарҙың еңеүгә ышанысы ҙур, былтыр ҙа тап улар «Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә ойошторолған ярышта беренселекте яуланы.
«Башҡорт аты» Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале Радий Хәбиров тәҡдиме менән өсөнсө йыл уҙғарыла. Ул тоҡомло йылҡысылыҡты популярлаштырыу, ауыл хужалығы продукцияһын күтәреү, ат спортын, туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Сара сиктәрендә «Ирәндек мәргәне» ярышы ла үтте. Һыбай уҡ атыусылар оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтте. 99 метр араны ҡыҫҡа ваҡытта үтеп, сәпкә тейергә кәрәк ине.
Майҙанда традицион уҡ атыу буйынса ла турнир уҙғарылды. Барлығы етмештән ашыу кеше мәргәнлеккә көс һынашты. Бында ла ярыш өс төрлө ҡағиҙә буйынса үтә.
Республиканың билдәле комментаторҙары яҡтыртҡан ярышҡа тамаша ҡылыусылар күп булды. Әлегә бәйгенең һайлап алыу этабы бара, еңеүселәр төрлө ауырлыҡ категорияларында билдәләнә. Ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә, күрше төбәктәрҙән, Ҡаҙағстандан да уйынсылар килгән. Спорт саралары бының менән генә сикләнмәй, фестивалдең тәүге көнөндә үҫмерҙәр араһында Греплинг спорт көрәше буйынса республика турниры ла уҙғарылды.
Тәүге көндө сараның эшлекле программаһы сиктәрендә «Евразия аттарының абориген тоҡомдарын һаҡлау һәм үҫтереү» темаһына ғилми-ғәмәли конференция, «Ат спортында башҡорт аттарын ҡулланыуҙа яңы үҫеш этабы»на арналған семинар үтте. Иртәгә Баймаҡ ерендә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм йылҡысылар менән ҙур осрашыу була. Шулай уҡ театрлаштырылған музыкаль-спорт тамашаһы, ат спорты ярыштары үтеүе көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина






