Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтә

Сара тоҡомло йылҡысылыҡты популярлаштырыу, ауыл хужалығы продукцияһын күтәреү, ат спортын, туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестиваль барышында  “Ирәндек мәргәне”  ярышы үтте. Һыбай уҡ атыусылар оҫталығын һәм таһыллығын күрһәтте.

Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтә

Майҙанда традицион уҡ атыу буйынса ла турнир уҙғарылды. Барлығы етмештән ашыу кеше мәргәнлеккә көс һынашты. “Мәргән уҡсы” хәрәҡәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.

Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтә

Фестивалдең тәүге көнөндә үҫмерҙәр араһында Греплинг спорт көрәше буйынса республика турниры ла уҙғарылды. “Яугир” клубы етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин.

Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтә

Бөгөн фестивалдә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм йылҡысылар менән ҙур осрашыу була. Шулай уҡ театрлаштырылған музыкаль-спорт тамашаһы, ат спорты ярыштары үтә.

Фото №1 - Баймаҡ районында  “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале үтә
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ