Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Цапля” позывнойлы яугир “Донбасты азат иткән өсөн” һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде. Хәрби әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Борай егете 2022 йылдың көҙөнән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев билдәләүенсә, яугиргә тапшырылған наградалар уның алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй. “Һәр яугиребеҙ – ысын мәғәнәһендә батыр, ошондай ҡыйыу, аҫыл яҡташтарыбыҙ күп булыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙ уларҙың иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын көтәбеҙ”, – тип яҙған Рушан Гәрәев.







