Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте

Ат спорты ярыштары, һыбайлылар парады һәм күләмле театрлаштырылған тамаша. Баймаҡ районы Граф күле эргәһендә өсөнсөгә «Башҡорт аты» фестивале үтте. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сарала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Күләмле фестивалдең эшлекле һәм мәҙәни-спорт программаһы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра

Баймаҡ районы Граф күле буйында ойошторолған күләмле фестиваль «Арғымаҡ ат юл башлар, аҡыллы ир ил башлар» тип исемләнгән театрлаштырылған музыкаль- спорт тамашаһынан башланды. Майҙанда Волгоград өлкәһенән генерал Яков Бакланов исемендәге ат клубының «Джигитовка» буйынса күрһәтмә сығыштары булды. Ярты мең һыбайлыны берләштергән ҙур парад барса халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт аты» Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален асыу тантанаһында ҡатнашып, күләмле сараның ата-бабаларрыбыҙға, тарихҡа һәм башҡорт халҡының ышаныслы дуҫы - атҡа хөрмәт һәм ихтирам билдәһе булыуын билдәләне.

«Башҡорт аты» фестивале Радий Хәбиров тәҡдиме менән өсөнсө йыл уҙғарыла. Йылдан-йыл Графское күле эргәһендәге биләмә инфраструктураһы ла үҫешә. Ҡатнашыусылар географияһы, ат спорты ярыштары төрҙәре артыуы күҙәтелә, мәҙәни-спорт программаһы ла камиллашып, республиканың төрлө район-ҡалаларында, Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәрҙе, хатта, сит ил вәкилдәрен дә үҙенә йәлеп итә.

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса алып барылған эш, ҡымыҙ бешеү темптары, йылҡысылыҡтың биологик продукцияһы экспорты - «Башҡорт аты» фестивале республика йылҡысылары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, үҫеш нөктәләрен билдәләүсе сараға әйләнде. Радий Хәбиров менән осрашыу барышында ла уңышлы эшләгән крәҫтиән- фермер хужалыҡтары миҫалында тармаҡтың үҫеш нөктәләре билдәләнде, көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Контрафакт продукция менән көрәште көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

Башҡортостан хужалыҡтарында 130 мең баш ат иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика ун биш йыл рәттән ил кимәлендә алдынғы һанала, Яҡут республикаһынан ғына ҡалыша. Ҡымыҙ етештереү буйынса иһә Башҡортостан - беренсе урында. Был йүнәлештә 180 ферма эшләй. Йыл һайын өс мең тоннанан ашыу ҡымыҙ бешелә. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар ҙа осрашыуҙың һөҙөмтәле үтеүен билдәләне.

Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында «Ирәндек» туристик-рекреация кластеры ойоштороу ҡаралған. Фестиваль майҙансығында күләмле проекттың презентацияһы үтте. Уға ярашлы хозур тәбиғәт ҡосағында атта һыбай йөрөү туризмы үҫеш алырға тейеш. Йыл әйләнәһенә турҙар ойошторолор тип көтөлә.

«Башҡорт аты» фестиваленә килгәндә, быйыл уға ун бер меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ат спорты уйындары, «Урал батыр» Халыҡ-ара турниры барған майҙандарҙы ҡараны. Халыҡ кәсептәре, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр менән осрашты. «Оҫталар ҡалаһы»на Һамар өлкәһенән Марс Солтанов та үҙ продукцияһын килтергән.

Фестиваль - мәҙәни һәм спорт программа менән генә сикләнмәй, эшлекле осрашыуҙар һөҙөмтәһе булараҡ - йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа ҡабул ителә. Радий Хәбиров «Башҡорт аты»н данлаған урынды үҫтереү мөмкинлектәрен ҡарарға саҡырҙы, трибуналар, спорт ярыштары майҙансыҡтары - инфраструктураны нығытыу планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ