Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 5,5 меңгә яҡын проект республика һәм муниципаль финанслауы алған. Бөгөнгө көндә республиканың барлыҡ муниципалитеттарын үҙ эсенә алған проект Башҡортостанда тиҫтә йыл уңышлы тормошҡа ашырыла, Балалар майҙансыҡтары, йорт яны биләмәләре яңыртыла, мәктәп ҡорамалдары, ауыл хужалығы техникаһы һатып алына, зыяраттар кәртәләнә, мемориалдар,һәйкәлдәр тергеҙелә. Юбилей йылында Евразия НОЦ командаһы, тормошҡа ашырылған проекттарҙы ҡарап, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса конкурс һайлап алыу еңеүселәренә мониторинг үткәрә. Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары миҫалы хаҡында киләһе яҙмала. .
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә арналған был майҙан Иҫке Байыш ауылы халҡы өсөн изге урын. 80-се йылдарҙа азатлыҡ яулаусыға ҡуйылған һәйкәлгә лә яңыртыу талап ителгән. Мемориал комплекс Иҫке Байыштың активистары һәм урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында яңыртылған.
Ә был Мәмәдәл ауылының үҙәк урамы. Элек был урында иҫке ташландыҡ клуб торған, уны һүткәндән һуң урынында 2022 йылда «Ҡайғылы әсә» мемориалы барлыҡҡа килә. Хәтер һәм хөрмәт мемориалында әсә һыны янында 104 ир-уҙаман исеме мәрмәр ташта мәңгеләштерелгән. Мемориал урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһе.
Саҡмағош районы Туҙлыҡуш ауылындағы мәҙәниәт йорто биләмәһе лә урындағы халыҡ тәҡдиме менән төҙөкләндерелгән. Бында 2022 йылда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә тротуарҙарға брусчатка һалынған, ҡоймалар яңыртылған, биләмә йәшелләндерелгән, Ленин һәйкәле ремонтланған. Быйыл программала тағы ла ҡатнашып спорт залын төҙөкләндереү бурысы тора.
Аҡсалата ярҙам менән күпләп ихаталар ҙа төҙөкләндерелә. Былтыр Саҡмағош ауылында күп фатирлы йорт ихатаһына капиталь ремонт үткәрелгән. Бынан тыш юл тигеҙләнеп яңы асфальт һалынған, тротуар төҙөлгән, бордюрҙар яңыртылған, газон түшәлгән. Кер киптереү, парковка зонаһы өсөн урын бүленгән, хәүефһеҙлек өсөн лампочкалар , уңайлы ял өсөн эскәмйәләр ҡуйылған.
Башҡортостанда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы 2014 йылдан алып эшләй. Дөйөм сумма берлектә финанслау юлы менән төҙөлә. Башҡортостан бюджетынан бер проектҡа 1 миллион 200 мең һумға тиклем аҡса бүленә. Муниципалитет 5-15 процент, урындағы халыҡ 2-4 процент индерә. Программа ғәмәлдә булған осорҙа 5 мең ярымдан ашыу проект республика һәм муниципаль финанслау алған. Конкурс буйынса һайлап алыуҙа төбәктең бөтә ҡала-райондары әүҙем ҡатнаша.
2024 йылда конкурста 661 проект еңеү яулаған, ә идеяларҙы тәҡдим итеү һәм тормошҡа ашырыу өсөн тауыш биреүҙә 250 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына таянып һәр кемебеҙ республика тормошон яҡшы яҡҡҡа үҙгәртә ала.
Гүзәл Борханова






