Башҡортостанда бейектә эшләүселәр өсөн практик күнекмәләр үтеү буйынса заманса полигон асылды

Башҡортостанда бейектә һәм сикләнгән киңлектә эшләүселәр өсөн практик күнекмәләр үтеү буйынса заманса полигон асылды. Ул Башҡорт тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институтында урынлашҡан. Асыҡ уҡытыу-күнекмәләре үткәреү полигонында аҙна һайын төбәктең төрлө ойошмаларында эшләүсе 100-гә яҡын хеҙмәткәр оҫталығын шымарта. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Вертикаль баҫҡыс ябай тормошта ҡыйыҡҡа күтәрелергә йәки ҡоролмалар монтажлау өсөн юғарыға менергә ярҙам итә. Асыҡ уҡытыу-күнекмәләр үткәреү полигонында уның кеүек тиҫтәләгән һынау бар. Ҡаршылыҡтарҙы еңеү яулау өсөн түгел, ә ғүмерҙе һаҡлау өсөн үтәләр. Башҡорт тармаҡ-ара институтына уҡырға килеүселәрҙең һәр береһенең һөнәре бейеклектә эшләү менән бәйле. Реклама банерҙарын ҡуйыу, кондиционерҙарҙы таҙартыуҙан алып, һауа судноларын ремонтлау һәм зыян күреүселәрҙе эвакуациялауға тиклем.

Филүс Ибраһимов бейектә хәҙер инде 6 йыл эшләй. «Өфө» аэропортында ул 12 метрға тиклем юғарыға менеп һауа судноларын ремонтлауҙа ҡатнаша. Бер үк эште көн һайын ҡабатлаған саҡта, хәүефһеҙлек техникаһы онотола, шуға күрә бындай уҡыуҙарҙың әһәмиәте ҙур, ти ул.

Быға тиклем уҡыуҙар тик ябыҡ полигонда үтә, күп функциялы конструкция июндә урынлаштырылған. Институт етәкселеге белдереүенсә, бындай ҡоролманың асылыуы эш биреүселәргә үтә лә мөһим. Сөнки 2021 йылдан Рәсәйҙә хеҙмәтте һаҡлау буйынса яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Аҙна һайын ойошторолған дәрестәрҙә 15 кешенән торған төркөмдәр туплана. Улар төбәктә эшләүсе төрлө ойошма, эре предприятиелар хеҙмәткәрҙәре. Оҫталыҡты туплау өсөн 8 академик сәғәт бүленә.

Сикләнгән киңлек шарттарында эшләүселәр оҫталығын ябыҡ полигонда шымарта. Был осраҡта страховкалау бауы менән касканана тыш, противогаз кейеү мотлаҡ. Һәр оҫтахананың маҡсаты - һөнәри компетенцияларҙы арттырыу, был үҙ сиратында эш урынында ҡазаланыуҙы һәм кеше факторы менән бәйле хәүеф кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙә институт етәкселеге.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ