Сара фән айы сиктәрендә үтте. UGATU Racing Team студенттар командаһы күптән түгел халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, икенсе урын яулаған. Улар тулыһынса үҙҙәре яһаған ярыш автомобилдәрен тәҡдим итте. Болидтарҙың береһе электр, икенсеһе бензин менән эшләй. Сараға килеүселәргә спорт транспортын етештереү, уның менән идара итеү тураһында мәғлүмәт еткерелде. Күргәҙмәлә балалар баҡсаларынан һәм мәктәптәрҙән уҡыусылар ҡатнашты.
Евразия фәнни-белем бирү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында август фән айы тип иғлан ителде. Бер ай дауамында лекциялар, танып белеү экскурсиялары, стратегик сессиялар, күргәҙмәләр һәм квиздар үтә. Сара ҡунаҡтары проектлау һәм 3Д-баҫма буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, йәш ғалимдар тормошҡа ашырған асыштар менән таныша.






