Өс көнгә иҫәпләнгән «Есть» фестивале баш ҡалабыҙҙа бишенсе йыл рәттән үткәрелә. Быйыл 120 ресторан «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдына йыйылды.
Фестиваль ҡунаҡтары билдәле ашнаҡсылар әҙерләгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай ала, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө оҫталыҡ-дәрестәре ойошторолған. Майҙансыҡтар төнгө 11-гә тиклем эшләй. Әйткәндәй, сара былтыр гастрономия туризмы өлкәһе конкурсында иң яҡшыһы тип танылды. Быйыл да ойоштороусылар фестивалде күләмлерәк, концерт программаһын байыраҡ итеп эшләргә тырышҡан.






