Быйыл республикала 7 меңдән ашыу кеше талпандан зыян күргән

 Уларҙың 2 мең ярымы балалар. Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан ошо турала белдерәләр. Белгестәр әйтеүенсә, энцефалит менән зарарланған талпандар кәмеүе күҙәтелә. Быйыл тикшереүгә тапшырылған 8 мең самаһы бөжәктең 1 процентында вирус асыҡланған. Бер йыл элек талпандарҙың 2 процентҡа яҡыны инфекциялы булған. Боррелиоз таратҡан талпандар ҙа кәмей.

Фото №1 - Быйыл республикала 7 меңдән ашыу кеше талпандан зыян күргән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ