Был хаҡта Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта үткән август кәңәшмәһендә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында ҡаланың бер нисә белем усағында булып, уҡыусылар өсөн әҙерләнәсәк ризыҡтарҙың сифатын баһаланы. Шулай уҡ 17 мәктәп яңы автобустар менән тулыланды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия Рәсәй фәндәр академияһының база мәктәбе һәм Башҡортостандың иң яҡшы 5 белем биреү ойошмаһы иҫәбенә инә. Ләкин бында бер төп проблема була - оҙаҡ йылдар майҙан етешмәй. Уҡытыуҙы ике сменала ойошторорға тура килгән. 2021 йылдың декабрендә башланған төҙөлөш ниһайәт, быйыл июнь аҙағында тамамлана. 13 мең квадрат метрлыҡ бина ҡалҡып сыға. Бер нисә блоктан торған объект айырым торған корпусты үҙ эсенә ала. Ул 750 башланғыс синыф уҡыусыһын һәм 120 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен һыйҙырасаҡ.
Бында һәр кабинет интернетҡа тоташтырылған, күп функциялы спорт майҙансығы, китапхана, уҡыу-тәжрибә һәм ял зонаһы бар. Ә иркен ашхана ресторанға тиң. Ашнаҡсылар яңы ҡорамалдарҙы баһалап ҡарарға ла өлгөргән.
Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты һиҙелерлек күтәрелде. Балаларҙың нимә ашауын белгестәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә иғтибарҙа тота. Бешереүҙә ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлек түгел, Башҡортостан етештереүселәренә өҫтөнлөк бирелә.
Был иһә 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» кабинеты. Дисциплина быйыл тәүгә индерелә. Әле үк малай-ҡыҙҙар автоматтарҙы һанаулы секунд эсендә һүтеп кире йыя, квадрокоптерҙар менән идара итә белә.
Республика август кәңәшмәһен уҙғарыу өсөн Стәрлетамаҡтағы иң ҙур мәктәптәренең береһе һайланған. Бында 1225 бала уҡый. Туған һәм сит телдәрҙе тәрән өйрәнеү өсөн яңы мөмкинлектәр 4 йыл элек булдырылып, белем биреү учреждениеһы полилингваль статусын алған. Был тәжрибәне өйрәнеү - уҡыу йылы алдынан уҙғарылған кәңәшмәнең нигеҙенә алынған. Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың эш сифатын күтәреү һәм уңайлыҡтар булдырыу йүнәлешендә башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
Шулай уҡ концессия килешеүе сиктәрендә һәр береһе 1200 урынға иҫәпләнгән 7 мәктәп төҙөлә. Президент программаһы буйынса ла белем биреү усаҡтарын капиталь ремонтлау эше туҡтамай. Бының өсөн федераль бюджеттан 6 миллиард ярым аҡса йәлеп ителгән. Тағы бер миллиард һумды республика өҫтәгән. Киләһе йылдан балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау программаһы старт аласаҡ. Радий Хәбиров унда ла әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы . Шулай уҡ кәңәшмә барышында республика етәксеһе уҡытыусыларға шифахана-курорт ялын ойоштороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, педагогтарға дауаланыу өсөн субсидия бүлеү ҡаралған.
Инициативаны уҡытыусылар алҡышлап ҡабул итте. Оҙайлы уҡыу йылынан һуң ял итеү, дауаланыу үтеү көс тупларға ярҙам итәсәк. Республика педагогтары кәңәшмәһендә Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр ҙә тапшырылды. Йәш уҡытыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттары Башҡортостан башлығы премияһы менән билдәләнде.
Улар уҡыусыларҙы иртә менән ҡаршылап мәктәпкә, ә дәрестәрҙән һуң өйгә тиклем илтеп ҡуя. Һүҙ мәктәп водителдәре хаҡында. Көн һайын улар тиҫтәләгән саҡрым юл үтеп малай-ҡыҙҙарҙы дәрестәргә һәм түңәрәктәргә өлгөртә. Яңы уҡыу йылы алдынан 17 белем биреү усағына автобус асҡыстары тапшырылды. Автобус водителе Рим Гәрәев балаларҙы ике мәктәпкә йөрөтә. Йыш ҡына райондан ситкә сығып уҡыусыларҙы олимпиада, ярыштарға ла алып бара.
26 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп автобусын Әбйәлил районының Амангилде ауылы мәктәбе лә алды. Уҡыусыларҙың хыялы тормошҡа ашты, улар хәҙер йылы, заманса автобуста йөрөйәсәк. Сиратта икенсе мөһим маҡсатҡа ирешеү.
Сара барышында август кәңәшмәһен күсмә форматта үткәреүҙе дауам итеү идеяһы тәҡдим ителде. Киләһе йыл уны Бөрө ҡалаһы уҙғарырға әҙерлеген белдерҙе.
Әлфинә Килдейәрова



