Башҡортостанда 1 сентябрҙән дәрестә уҡыусыларға мобиль телефон файҙаланыу тыйыла

Ҡағиҙә мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм балаларға хәүеф янаған ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡағылмай. Тәнәфестә лә смартфон ҡулланырға мөмкин. Дәрес алдынан, уҡыусы телефонын сумкаға һалып ҡуйырға йәки уҡытыусыға һаҡлауға бирергә бурыслы. Медицина күрһәткестәре буйынса смартфонда ихтыяжы булған, әйтәйек, шәкәр диабетын менән яфаланған балалар телефонын үҙендә тота ала.

Уҡыусыларҙың дәрестә телефон ҡулланыуы - ҙур проблема. Балалар дәрестә социаль селтәрҙәргә контент төшөрөргә түгел, уҡырға тейеш. Быға тиклем уҡытыусыларҙың телефондарҙы йыйып алыуы бәхәс тыуҙыра ине. Бынан ары улар хоҡуҡи нигеҙҙә сикләү индерә ала.

Константин Толкачёв, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ