Асыҡ һөйләшеү. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Әбйәлил районы ауылдарында йәшәүселәр менән осрашып көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Йәмәғәтселек түңәрәк өҫтәл барышында ауыл үҫеше, ер бүлеү, социаль объекттар төҙөлөшө, башҡорт телен һаҡлау, эшҡыуарҙарға һәм фермерҙарға ярҙам итеү, гранттар юллау һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышты. Эшлекле әңгәмә барышында тәҡдимдәр шунда уҡ уҡ эшкә алынды. Улар контролдә тотолосаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Заманса фельдшер -акушерлыҡ пункты асылыуын Әбйәлил районы Салауат ауылы халҡы күптән көткән. Бында өлкәндәргә һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү, табиптарға юллама алыу өсөн шарттар булдырылған. Быға тиклем хоспис бүлмәһендә урынлашҡан иҫке ФАП хәҙер тарихта ғына ҡалған. Яңы бинала аҡ халатлылар дәртләнеп эшләй.
Закадр. Ауылдарҙа заманса ФАП төҙөү республика етәкселегенең төп эшмәкәрлегенең береһе. Медицина учреждениеларына ҡытлыҡ та бар. Мәсьәлә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә лә күтәрелде. Һаулыҡ һаҡлау программаһы буйынса төбәктә киләһе йылға тиклем 286 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереү ҡарала. Ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр күп. Азат Бадранов Әбйәлил районында өс көн дауамында 15 ауыл биләмәһе халҡы фекерен тыңлап, эшлекле тәҡдимдәрҙе билдәләне. Түңәрәк өҫтәлгә аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, активистар саҡырылды. Ауылдар төрлө булһа ла, проблемалар уртаҡ.
Башҡорт телен һаҡлау, туған телде үҫтереү һорауҙары көнүҙәк мәсьәләләр исемлегендә. Азат Шамил улы башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы билдәләп, уларҙы әүҙем файҙаланырға саҡырҙы. Туған телде өйрәнеү һәм аралашыу өсөн 10-лап мобиль ҡушымта эшләй, йәнһүрәттәр сығарыла, нәфис һәм документаль фильмдар төшөрөлә, йәш белгестәргә гранттар бүленә.
Туризм тармағы йылдам үҫешкән биләмәлә ер бүлеү мәсьәләләре, ҡаҙылма байлыҡтар һәм экология менән бәйле һорауҙар ҙа күтәрелде. Республикала был өлкәлә тәртип ойоштороу өсөн күп яҡлы эш алып барыла һәм артабан да был йүнәлештә эш дауам итәсәк. Осрашыуҙа төпкөл ауылдарға интернет һәм элемтә үткәреү мөрәжәғәттәре ҡаралды. Ауыл халҡы күптән көткән проекттарға юл асылды.
Әбйәлил районына эш сәфәре барышында, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, етем балаларға торлаҡ асҡыстары һәм йорт һатып алыуға сертификаттар тапшырылды. Алғы һыҙыҡта яраланып Мәскәүҙә реабилитация үтеүсе яугирҙың тормош иптәше Әлиә Халиҡова ла бүләк алыусылар исемлегендә.
Һәр ауыл биләмәһендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә ауыл тормошон үҫтереүгә тос өлөш индергән, йәмәғәт тормошонда әүҙем, ҡатнашҡан, үҙ һөнәренә һәм ауылына тоғро хеҙмәт иткән шәхестәр бүләкләнде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡыны. Ватан һаҡсыларының тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуы - һәр ауыл, һәр йорт өсөн иң мөһим теләк.
Флорида Ким






