Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған һәйкәл асылды

Хәйбулла районында түңгәүер ырыуының 6- сы йыйынында Башҡортостандың халыҡ артисы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған китап-альбомдың исем туйы уҙҙы, район мәҙәниәт йорто алдында ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы шәхескә һәйкәл асылды. Район үҙәге Аҡъярҙа, Таштуғай, Сиҙәм ауылдарында ойошторолған мәҙәни һәм рух байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

Түңгәүер ырыуы вәкилдәре Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында ғүмер итә. Түңгәүерҙәр үҙҙәре йәшәгән райондарҙа йыл һайын йыйын ойоштора.Ҡорға йыйылған ҡунаҡтар Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә арналған район-ара милли көрәш һәм «Түңгәүер мәргәне» бәйгеләрен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Сиҙәм ауылы халҡы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, милли аш-һыу менән ҡаршыланы. Крайҙы өйрәнеүселәр Сиҙәм ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар тарихы, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен эшкәртеү йылъяҙмаһы менән таныштырҙы.Түңгәүерҙәрҙең төп кәңәшмәһе Таштуғай ауылында ойошторолдо.

Таштуғайҙа ҡунаҡсыл, тырыш, берҙәм халыҡ ғүмер итә. Ауыл аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре түңгәүер ырыуы тарихын йәш быуынға тапшырырға тырыша. Шәжәрәләрҙән, ҡул эштәренән торған күргәҙмә быға асыҡ дәлил булды. Таштуғайҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ла ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Кәңәшмә барышында ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар тырышлығы баһаланды.

Таштуғайҙа мәсет эшләй. Ауылдың имам-хатибы олоһон-кесеһен иманға саҡырып дини ғәмәлдәр үтәй, йәштәрҙе ислам әҙәбе буйынса йәшәргә саҡыра.

Таштуғайҙа яҡташлыҡ көсө менән шишмә төҙөкләндерелгән. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев 2021 йылда «Атайсал» проекты сиктәрендә ауылдаштары менән бергәләп тәртипкә килтергән. Шишмә буйында һыу тәмләтеү йолаһы үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар ил-еребеҙгә тыныслыҡ, ә яугирҙарға Еңеү менән имен-һау тыуған еребеҙгә ҡайтыуҙарын теләне.

Түңгәүерҙәр ҡоронда ҡурайсы, Башҡортостандың залыҡ артисы, ҡурай моңон Европа илдәренә танытыусы шәхес Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған китап-альбомдың исем туйы үтте. Шәхескә арналған һәйкәл Аҡъяр мәҙәниәт һәм ял паркында асылды. Түңгәүерҙәр йыйыны ҡурайсылар сығышы менән тамамланды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ