Дума яңғыҙ йәшәүселәрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында закон проектын ҡарай

Документты Башҡортостан парламенты әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, йыш ҡына яңғыҙ йәшәүсе өлкән, ауырыу кешеләр, шулай уҡ наркотик, алкоголь менән мауығыусылар мутлашыусы тоҙағына эләгә. Алданып фатирһыҙ ҡалғандан һуң улар ғәҙеллек эҙләп судтарға мөрәжәғәт итә. Документтар дөрөҫ тултырылһа, суд яҡлай алмай. Шуға, яҡын туған булмаған кешеләргә йорт-фатирҙы бүләк иткәндә мотлаҡ нотариус раҫлауын ҡабул итеү башланғысы менән сыҡтыҡ, тине республика парламенты рәйесе.

Фото №1 - Дума яңғыҙ йәшәүселәрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында закон проектын ҡарай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ