"Ватанды һаҡлаусылар" яугирҙең яңы тыуған ҡыҙын ҡаршы алды

Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” төбәк фонды хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән яугирҙең яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алды. Карина исемле сабый республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Үкенескә, атай кеше февраль айында махсус операцияла батырҙарса һәләк булған. “Беҙ шунда уҡ ғаиләне ҡурсауға алдыҡ. Уларға федераль һәм төбәк ярҙам саралары тулы күләмдә күрһәтелә. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы командаһы геройҙың  ғаиләһенә һәм ата-әсәләренә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер”, – ти фонд етәксеһе  Гөлнур Ҡолһарина.

Фото №1 - "Ватанды һаҡлаусылар" яугирҙең яңы тыуған ҡыҙын ҡаршы алды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ