Ҡарағай, Бурлы, Ибраһим ауылдарында заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһы барлыҡҡа килде. Ул “Сәләмәтлек” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Башҡортостанда йыл аҙағына бөтәһе 107 ФАП, дүрт дөйөм практика табибы офисы, 19 амбулатория һәм бер участка дауаханаһы файҙаланыуға тапшырыла. Киләһе йылға тағы 115 фельдшер-акушер пункты сафҡа инә.




