Әбйәлил районы Дауыт ауылында йәшәүсе Килмөхәмәтовтар оҙаҡ йылдар йортон утын яғып йылытҡан. Өс йыл элек күп балалы ғаилә газлы булып ҡыуанған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән йорт хужаларын ҡотлап, стенаға изге теләктәрен яҙып ҡалдыра.
Республика башлығы төбәкте газ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә. «Догазификация» программаһы буйынса һуңғы ике йылда 60 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә. Киләһе йылға тиклем тағы ла меңәрләгән йорт һәм 300-ҙән ашыу социаль объект газға тоташтырыласаҡ.
Ауыл халҡы өсөн сифатлы медицина хеҙмәте ойоштороу мәсьәләләре лә ситтә ҡалмай. Салауат ауылында асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктында өлкәндәргә һәм балаларға медицина процедураһы үткәреү, табиптарға юллама алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Быға тиклем хоспис бүлмәһендә урынлашҡан иҫке ФАП тарихта ғына ҡалған.
Өлкән йәштәгеләр заманса ФАП-лы булһа, балалар өсөн Асҡарҙа ҡеүәтле поликлиника төҙөлә башлаған. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә районда йәшәүсе 12 мең балаға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Бында диагностика, ҡабул итеү, мәғлүмәт-аналитика бүлеге, көндөҙгө стационар буласаҡ.
Киләсәк - балалар ҡулында һәм малай-ҡыҙҙарҙы уҡытыу, тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү йүнәлешендә эш әүҙем алып барыла. Дәүләт ауылында төҙөкләндерелгән мәктәп яңы уҡыу йылына балаларҙы ҡабул итергә әҙер. 1980 йылда сафҡа ингән белем усағында тәүге тапҡыр капиталь ремонт үткәрелгән.
Асҡар ауылында «Демография» милли проектына ярашлы 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. «КӨНСЫҒЫШ-1» биҫтәһендә урынлашҡан объект йылдам үҫешкән биләмәлә балаларға заманса шарттарҙа белем алыу мөмкинлеген бирә.
Ауылдарҙа мәҙәниәт йорто булғанда урындағы халыҡ сәнғәт, ижад донъяһы менән ҡайнап йәшәй. Рәхмәт ауылында төҙөкләндерелгән клубта концерт, яҙыусылар менән осрашыу даими ойошторола. Һуңғы ике йыл эсендә Рәхмәт, Шәрип, Мораҡай ауылдарында модулле клуб асылған, Асҡарҙа мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән.
Ҡеүәтле объекттарҙы һалыу, иҫкергәндәрен төҙөкләндереү, эште графиктан тайпылмай алып барыу урындағы етәкселәр алдына маҡсат итеп ҡуйылған. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары эшмәкәрлегенә айырыуса талапсан.
Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Ҡушый ауылы фермеры Ильяс Һибәтов республика ярҙамында хужалыҡты киңәйткән. Инвестиция сәғәтендә ҡаралған проект төбәк башлығы тарафынан хуплана һәм эшҡыуарға 3 млн һум грант бүленә. Был аҡсаға фермер 250 баш һыйырҙы йәм йылҡы малына аҙыҡ әҙерләү өсөн техника һатып алған.
Ильяс Һибәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам күрһәтеүҙән дә ситтә ҡалмай. Гуманитар ылау менән ул 240 банка быҡтырылған ит, ҡымыҙ, йылҡы ите оҙатҡан.
Рәсәйҙә төҙөлгән беренсе экологик ферма ла Әбйәлил районында. 720 һыйырҙы аҫрауға иҫәпләнгән заманса хужалыҡ беренсе сираты тамамланыу алдында. «Бүләк» тип исемләнгән ферма тулыһынса роботлаштырылған техника ярҙмында эшләйәсәк, бер һыйырҙан тәүлегенә 35 литр һөт һауылысаҡ. 800 млн һумға иҫәпләнгән инвестиция проекты республика ярҙамы менән ойошторолған.
Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы туризм тармағында айырыуса әүҙем алып барыла. Руслан Шәғәлин «Урал-батыр» эпосынан илһамланып киң майҙанда ҡунаҡхана, ресторан, кафе һәм ял йорто төҙөй башлаған. Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров эшҡыуарҙың комплексы менән танышып ярҙам сараларын алырға булышлыҡ итә. Республика грантына Руслан Шәғәлин балалар майҙансығын төҙөгән.
Хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында урынлашҡан «Яҡтыкүл» шифаханаһы Рәсәйҙә билдәле һауыҡтырыу үҙәге. 1958 йылда асылған ял йорто Сапропель батҡағы менән данлыҡлы. Короновирус пандемияһы осоронда «Яҡтыкүл» шифаханаһы пациенттар өсөн обсерватор булараҡ эшләй. Бөгөн бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә. Шифахана етәкселеге ҡунаҡсыллыҡ һәм ярҙам сараларына һәр саҡ әҙер, сөнки республика учреждение үҫеше өсөн күп көс һала.
Әбйәлил районында йәшәүселәргә һөнәри үҫеш, балалар тәрбиәләү, уҡытыу өсөн мөмкинлектәр киң. Башҡортостан башлығы урындағы властар алдында яңынан-яңы маҡсаттар ҡуя һәм вәғәҙәләрҙең үтәлешен талап итә.
Төҙөлгән социаль объекттар, республика гранттары, эшҡыуарҙарға субсидия һәм башҡа дәүләт ярҙамының маҡсаты бер - халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, йәш быуынға заманса шарттар булдырыу.
Флорида Ким



