Республика перинаталь үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алыу тантанаһы үтте. «Шустрый» ҡушаматы йөрөткән яугир Алик Мәрҙийәновтың ҡыҙы тыуған, үкенескә, уға яңы тыуған балаһын күрергә насип итмәй. Хәрби контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған яугир, яу ҡырында һәләк була. Тормош иптәше Елена Һыртланова менән улар былтыр ғына өйләнешәләр. Алғы һыҙыҡта Алик Мәрҙийәнов уҡсылар бүлегендә гранотометчик ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.






