Өфөлә «Яҡындар - Яратҡандар» форумы уҙғарылды

Ғаиләләрҙе берләштереүсе майҙансыҡ. Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холында «Яҡындар - Яратҡандар» тип исемләнгән форум уҙғарылды. Сарала 6 йәштән 17 йәшкәсә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ҡатнашты. Эшлекле программаға ярашлы, йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында ғаилә берләшмәләрен үҫтереү мәсьәләләренә арналған ултырыш үтте.

Мәғариф майҙансыҡтарында өлкәндәр өсөн ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу, балаларҙы тәрбиәләү ысулдары тураһында файҙалы лекциялар ойошторолһа, балалар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Форумды ойоштороусылар булараҡ «Беренселәр хәрәкәте», мәғариф өлкәһе һәм ғаилә институттарын нығытыу өсөн яуаплы министрлыҡтар сығыш яһаны.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ