Радий Хәбиров Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Награданы Мәскәүҙә йәшәүсе ҡыҙы Татьяна Киселева алды. Николай Яковлевич 1913 йылда әлеге Благовещен районы Богородское ауылында тыуған. Һуғыш башланыу менән үҙ ирке менән фронтҡа юллана. Әсирлеккә эләккәндән һуң ҡасып партизандар отрядына ҡушылған. 1942 йылда ҡаһарман яҡташыбыҙ Белоруссияның Минск өлкәһе биләмәһендә Долгинов геттоһынан 218 йәһүдте фронт һыҙығынан сығарып, ҡотҡарып алып ҡалған. Ваҡытында ул Советтар Союзы геройы исеменә лә тәҡдим ителгән. Әммә ут эсендә ҡалған самолетта документтары юҡҡа сыға. Төбәк етәксеһе тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү мөһимлеген билдәләне.

Республикаға беренсегә килеүем. Башҡортостан етәкселегенә ошондай мөмкинлек һәм иғтибар өсөн рәхмәтлемен. Атайымдың тыуған ерендә булыуым менән дә бәхетлемен, көс-дәрт артҡандай булды.

Татьяна Киселёва, Николай Киселёвтың ҡыҙы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ