Республика йылғаларының кимәле күтәрелә

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йылғаларҙың күтәрелеүе тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Айырыуса Өфө йылғаһының ташыуы күҙәтелгән. Благовещен районының Ахлыстин һәм Уҡман ауылдарындағы ике поста ла һыу кимәле 70 сантиметрҙан юғары күтәрелгән. Республика һыуһаҡлағыстарын мониторлау дауам итә. Шулай уҡ Баш ҡаланың Дим районында «Казарез» менән «Альбатрос» баҡсаларына ла юл ябылған. Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, һыу 250 метрға тиклем киңәйгән, тәрәнлеге уртаса 70 сантиметр.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ