Башҡортостан табиптары Донбасҡа ярҙам итә

Нур диагностикаһы бүлеге мөдире, табип-рентгенолог Гүзәл Ямалова Махсус хәрби операция башланғас та, 2022 йылда беренселәрҙән булып алғы һыҙыҡҡа юллана. Әле табип  Красный Луч дауаханаһында халыҡты ҡабул итә. “Һуңғы бер айҙа компьютер томографияһы аппаратында меңдән ашыу тикшереү үткәрҙек. Пациенттарҙың ҡартмарлы сирҙәр йыш осрай”, - ти белгес. Уҙған йылда  Гүзәл Ямалова  Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең почет грамотаһына лайыҡ булды. Быйыл табипҡа  Рәсәй профсоюздар федерацияһының “Фиҙаҡәрлек һәм һөнәри оҫталыҡ” миҙалы тапшырылды.

Фото №1 - Башҡортостан табиптары Донбасҡа ярҙам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ