Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре тағы бер льгота менән файҙалана ала. Ошо турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың указы донъя күрҙе. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Уға ярашлы, махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың ата-әсәләре һәм ғаиләләре түләүле төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙан бушлай йөрөй ала. Указ айырым бойороҡ ҡабул ителгәнсе ғәмәлдә була.







