Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йылғалар күтәрелгән

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, айырыуса Инйәр ныҡ ташҡан. Архангел районы Баҫыутамаҡ ауылында ул - 45, Белорет районы Асы ауылында 37 сантиметрға күтәрелгән. Иҫке Ҡарашиҙе ауылы эргәһендәге Ҡариҙел йылғаһы 27 сантиметрға, Белорет районы Ломовка ауылында Ағиҙел 24 сантиметрға ташҡан. Бер тәүлек эсендә Козарез һәм Альбатрос баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлды ла һыу ныҡ ҡына баҫҡан. Был тарафтарҙа тәрәнлек 1 метрға тиклем еткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ