Ике аҙналыҡ ялдан һуң, йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы майҙанынан хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө оҙатылды. Яугирҙарҙың барыһы ла Запорожье йүнәлешендә хеҙмәт итә. Яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә тиклем алып барыуға республика тарафынан транспорт бүленгән.
Хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһында яҡындары, дуҫтары, власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яугирҙарға Башҡортостан башлығы сәләмен еткереп, ир-егеттәргә Ватан алдындағы бурысты намыҫ менән үтәүҙәрен теләне. Республикала гуманитар ылау туплау ҙа дауам итә, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә.
Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡы өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион 205 мең һумға тиклем артты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ил Президенты Владимир Путин 1 августан йыл аҙағына тиклем контракт төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендә федераль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Өҫтәүенә, 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды.
Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәк офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты телефон һандары 248-29-31. Өфө коды 347.






