Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Овчинников 100 йәшен билдәләне

Бер быуатлыҡ юбилей менән уны яҡындары, ҡала хакимиәте вәкилдәре тәбрикләне. Етем үҫкән Иван Кузмичь һуғыш осоронда Маньчжурияла хеҙмәт иткән. Артиллерия полкы менән ул Японияға ҡаршы хәрби хәрәкттәрҙә ҡатнашҡан. Алғы һыҙыҡта конфузияланып һуғыштан һуң Өфөлә трамвай-троллейбус идаралығында мастер булып эшләгән. 1953 йылда Ғәйнисафа Ғәзислам ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Иван Кузмичь 2-cе дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм еңеү миҙалдары менән бүләкләнгән.

Атайым тырыш, яуаплы кеше булды. Ул бөгөн дә беҙгә ярҙам итергә тырыша. Уның хәрби биографияһы менән ғорурланабыҙ. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, әсәйем менән бергә трамвай идаралығында эшләнеләр. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн уның фотоһы бер ваҡытта ла почет таҡтаһынан төшмәне.

Надежда Эльтекова, Иван Овчинниковтың ҡыҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ