Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында «Урам байрам»дары ойошторола

«Сәләм ауыл» конкурсы буйынса. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында «Урам байрам»дары ойошторола. Аҙна һайын округтар тематик сара әҙерләп күршеләрен ҡунаҡҡа саҡыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан Мерәҫ ауылы «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнаша. Шуға ярашлы урында өмәләр, мәҙәни һәм спорт саралары үтә. Мәҫәлән, ауылдың округтары бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырып «Урам байрамы» уҙғара. Был юлы эстафетаны Ирәндектәр ҡабул итте.

Ирәндек урамы үҙенең мәғариф ветерандары, хеҙмәт алдынғылары, ишле ғаиләләре менән хаҡлы ғорурлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙың рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизовта ошо урамда йәшәй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тура килгәс, ул да байрамдан ситтә ҡалманы.

«Ғаилә йылы»на арналған байрамда Ирәндек урамында йәшәүселәр ғаиләләренең тарихы, шөғөлдәре, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, бай күргәҙмә әҙерләне.Балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте.

Сараға ошо урамды тыуып үҫеп, хәҙер ситтә йәшәүселәр ҙә ихлас ҡушылды. «Урам байрамы» сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ойоштороусылар ҡунаҡтарға мул сәй табыны ла әҙерләне.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ