Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса өс йылда 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ошо маҡсатта 75 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 2025 йылда проект ил күләмендә эшләй башлай, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында ошо хаҡта иғлан итте. Программаның Шишмә районында тормошҡа ашырылыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Йәйге каникул аҙағына яҡынлаша. Шишмә районының Келәш ауылында йәшәүсе уҡыусылар йәй осорона уҡырға бирелгән китаптарҙы килтереп яңыһын ала, бергәләп уларҙың йөкмәткеһе тураһында һөйләшә.
Йәш китапханасы Эвелина Байбурина балаларға автор әйтергә теләгән фекерҙе аңлап уҡырға өйрәтә. Ике йыл элек кенә китапханасы булып тыуған районына эшкә ҡайтҡан ҡыҙ «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса грант алыуға ирешкән. 500 мең һум дәүләт ярҙамын ул йорт һатып алыу өсөн ипотеканың тәүге иғәнәһен ҡаплауға тотонған.
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре « программаһының маҡсаты - ҙур булмаған ҡалаларға һәм ауылдарға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү, уларҙың һөнәренең абруйын күтәреү һәм кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итеү. Эш шарттары ҡаланыҡылар көнләшерлек. Келәш ауылы китапханаһы «Яңы быуын китапханаһы» конкурсында ҡатнашып федераль грант отҡан.
Бүленгән аҡсаға интерактив ҡорамалдар, шул иҫәптән 3д-мэппинг -видеопроекция, заманса компьютерҙар, күргәҙмә стендтары, электрон китаптар, мебель һәм башҡа йыһазадар һатып алынған. Китапханасылар әле уларҙы урынлаштырыу менән мәшғүл.
Республикабыҙға данлыҡлы шәхестәр үҫтергән ауылдың яңыртылған китапханаһы 17 октябрҙә үҙ ишектәрен асыр тип көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева






