Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Режиссер илдең төрлө театрҙарында 50-нән ашыу спектакль ҡуйған. Әле ул тыуған театрында премьера сәхнәләштереү менән мәшғүл. Репетицияларҙың береһендә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Тәү ҡарашҡа, театр труппаһы репетициялары гел ошолай күңелле үтә. Шулай ҙа сәнғәт етдилек талап итә. Бигерәк тә театрҙың баш режиссеры репетицияларына һүҙҙәрҙе ятламай килеү мөмкин түгел. Уның талапсанлығы тураһында һәр актер белә. Әле театралдар октябрҙә сәхнәгә сығасаҡ яңы тамаша өҫтөндә эшләй. Спектакль Айрат Абушахмановтың үҙе кеүек ижади, донъяны яратҡан геройҙар тураһында.
Хатта, үҙенең тыуған көнөндә лә ул эштә. Сөнки театр - ижадсының ҙур донъяһы. Һөнәргә һөйөүһеҙ сәнғәттә йәшәүе һәм эшләүе мөмкин дә түгел. Театр донъяһы менән Айрат Абушахманов бәләкәйҙән таныш. Ижади ғаилә династияһы вәкиленең бала сағы сәхнә артында үткән, ата-әсәһе менән бергә гастролдәргә йөрөгән.
Айрат Абушахмановтың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында хеҙмәте «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакленән башлана. Тамаша уның диплом эше. Дебют булыуына ҡарамаҫтан, спектакль тамашасы һөйөүен яулай, Мәскәү гастролдәрендә лә әҫәр баш ҡала халҡын битараф ҡалдырмай. Йәмғеһе ул 50-нән ашыу спектакль сәхнәләштерә.
Айрат Абушахмановтың хеҙмәт емештәре даими рәүештә халыҡ-ара фестивалдәрҙә юғары баһалана. Уның спектаклдәрен халыҡ та яратып ҡабул итә.. Әйтәйек, ул ҡуйған «Бәхет хаҡы» спектакле нисә йылдар тулы зал йыя. Ә режиссер өсөн тамашасы һөйөүе - иң юғарыбаһа.
Рәзилә Ғилметдинова



