Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябрҙә Баймаҡ лицей-интернатында капиталь ремонт тамамлана. Ул полилингваль статус ала. Быға тиклем күп профилле мәктәптәр Аҡъяр ауылында һәм Учалы ҡалаһында асылды. Сибай гимназия-интернаты ла полилингваль итеп үҙгәртелде.Баймаҡ лицей-интернаты 1956 йылдың 22 ноябрендә асылған. Тәүҙә ул Темәс мәктәп-интернаты тип йөрөтөлә. Бында етем һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар белем ала.




