Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле СССР-ҙың 50 йыллығы урамына ҡушылған урында эштәр алып барыла. Был күпер ҡыҙыл ут менән яна. Зәки Вәлиди урамына - зәңгәр, Октябрь революцияһы урамына - йәшел, Әй урамына - миләүшә, Революция урамына ҡыҙғылт-һары төҫтәр менән янған күпер аша күтәрелергә мөмкин. Төрлө төҫтәргә биҙәү водителдәр өсөн үҙенсәлекле навигация ла булып тора, тип белдерәләр хакимиәттән.







