Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә торлаҡ алырға ярҙам итәләр

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, быйыл социаль түләү 11 районда йәшәүсе 14 ғаилә өсөн ҡаралған. Уның суммаһы торлаҡ хаҡының 70 процентын ҡаплай. Ҡалған өлөшөн программала ҡатнашыусы индерә. Түләүҙе әҙер йорт һатып алғанда, шулай уҡ йорт төҙөлөшө  өсөн тотонорға мөмкин. Төп шарт - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, йә уның ғаилә ағзаһы "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһына ҡушылырға тейеш"- ти Максим Забелин. Быйыл ғаиләләргә ярҙам өсөн 37 миллион һум ҡаралған.

Фото №1 - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә торлаҡ алырға ярҙам итәләр
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ